Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Яңы йыл алдынан төбәктә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанстатта 2015 йылдың 14 декабренән 21-нә тиклем социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтарҙың үҙгәреүен иҫәпләп сығарҙылар. Тауыҡ йомортҡаһы (10 дана йомортҡаның хаҡы — 61,62 һум), алма (бер килограмы — 76,38), ҡарабойҙай (59,28) 3 процентҡа, аҡ күсәнле кәбеҫтә (22,12) — 2,1, башлы һуған (22,29) — 1,5, кишер (24,04) 1,2 процентҡа артҡан. Һыйыр итенә (310,57) һәм бойҙай онона (30,25) хаҡтар үҙгәрмәгән.

Дөгөгә (үҫеш 0,1 процент тәшкил иткән, уртаса хаҡы — 56,81), тары ярмаһына (0,1%, 31,63), арыш икмәгенә (0,2%, 41,61), аҡ майға (0,2%, 340,12) хаҡтар үҙгәрмәгән тиерлек. Пастеризацияланған һөт (бер литры яҡынса 40,18 һум тора) 0,6 процентҡа, стерилләнгән һөт (52,56) — 0,5, аш тоҙо (9,11), шәкәр ҡомо (47,87) һәм туңдырылған балыҡ (135,17) 0,4 процентҡа арзанайған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть