3 декабрь, Шәмбе

25 декабрь 2015 йыл, 11:40

«Башинформ» агентлығы «Алтын сайт» тип танылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Башинформ» агентлығы 2015 йылда «Берҙәм Рәсәй»ҙең эшен яҡтыртыуға конкурс йомғаҡтары буйынса «Алтын сайт» тип танылды. Партияның төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Тантана «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе проекттарының тәүге форумы сиктәрендә уҙҙы.

Конкурста республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла йыл дауамында партия проекттарын тормошҡа ашырыуҙы, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаларының, йәш гвардиясыларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртты. Республиканың төп баҫмалары «Алтын ҡауырһын», «Алтын микрофон», «Телекадр» номинацияларында еңеү яуланы. Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, «Юлдаш», «Спутник FM» радиолары һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре бүләктәр алды. «Реаль эштәр», «Балалар спорты», «Ныҡлы ғаилә» проекттарын яҡтыртҡан өсөн журналистар айырым бүләкләнде.