9 декабрь, Йома

25 декабрь 2015 йыл, 11:00

Республикала баш ҡалалағы төп шыршының уттары тоҡанды

фото: Роман Хәкимов

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 24 декабрҙә Өфөләге В.И.Ленин исемендәге майҙанда баш ҡаланың төп шыршыһын асыу тантанаһы булды. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары балалар менән әйлән-бәйлән уйнаны. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Майҙан боҙҙан яһалған һындар һәм тауҙар менән биҙәлгән. Музыкаль коллективтар һәм солистар дәртле йыр-бейеүҙәре, барабансылар Яңы йыл маршы менән шатландырҙы.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов йыйылыусыларҙы етеп килгән 2016 йыл менән ҡотланы һәм уңыштар, һаулыҡ теләне. Кино йылы алдынан ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары төп шыршы уттарын «хлопушка» ярҙамында тоҡандырҙы. Байрам Яңы йыл флешмобы менән тамамланды.  

темалар: яңы йыл, шыршы