7 декабрь, Шаршамбы

25 декабрь 2015 йыл, 10:13

Өфөлә Беренсе ит фестивалендә Ҡыш бабайҙан Яңы йыл уйыны ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 26 декабрҙә Өфөлә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем «Яңы йыл ИТ ФЕСТивале»ндә Ҡыш бабайҙан Яңы йыл уйыны ойошторола. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Күргәҙмәләр һәм презентация эшмәкәрлеге департаментында хәбәр иттеләр.

Яңы йыл уйынында ҡатнашыу өсөн фестивалдең картаһында ҡар бөртөгө һүрәтен табырға кәрәк. Навигация схемаһында ул ошо урында уйын өсөн эш булыуын аңлата. Һәр зона карталағы кеүек үк ҡар бөртөгө менән билдәләнәсәк. Навигация схемалары Беренсе ит фестивале биләмәһендә урынлашасаҡ. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа бүләк аласаҡ.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, фестиваль Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамында уҙғарыла. Ит фестиваленә килеүселәрҙе итселәр парады, шештә ҡыҙҙырылған һарыҡ ите, шашлыҡ һәм эҫе глинтвейн көтә. Байрам ҡунаҡтары алдында өлгөлө фольклор коллективтары, DJ Ҡыш бабай сығыш яһаясаҡ, кескәйҙәр өсөн «Хаски Лэнд» майҙансығы эшләйәсәк. «Ҙур футбол», «Лазертаг», боҙ ҡаласығы, һырғалаҡ һәм йылыныу урындары ойоштороласаҡ.