Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Танылған бейеүсе һәм балетмейстер Хашим Мостаев арабыҙҙан китте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә танылған бейеүсе һәм балетмейстер, республиканың профессиональ балет сәнғәтенә һәм халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Хашим Фәтих улы Мостаев 98-се йәшендә вафат булды. Мәрхүм менән хушлашыу 25 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында үтә (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 34).

Хашим Фәтих улы Мостаев — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М.Ғафури исемендәге республика премияһы лауреаты. 1918 йылдың 11 сентябрендә Кушнаренко районының Ҡаҙарма ауылында тыуған. 1934-1936 йылдарҙа Булат Имашев ойошторған драма театры эргәһендәге театр студияһында уҡый. 1935-1938 йылдарҙа Башҡорт драма театрында актер булып эшләй. 1938 йылда Ленинград хореография училищеһына уҡырға инә. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1943 йылда демобилизациялана һәм «Сыңрау торна» беренсе башҡорт балетын ҡуйыу өсөн Башҡорт опера һәм балет театрына эшкә саҡырыла. 1946 йылда Ленинград хореография училищеһында уҡыуын тамамлағас, С.М.Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында балет артисы булып эшләй башлай.

1970-1974 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. 1982-1992 йылдарҙа — «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы эргәһендәге «Ләйсән» бейеү студияһының художество етәксеһе. 1995-2014 йылдарҙа — Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле эргәһендә балетмейстер-консультант.

«Баҡсаһарай фонтаны» (Арыҫланбай һәм Йомағол), «Зөһрә» (Нур), «Аҡҡош күле» (принц Зигфрид) балеттарында төп партияларҙы башҡарған. «Ҡара йөҙҙәр», «Гөлнәзирә» балет спектаклдәрен, «Кармен» һәм «Сыңрау торна» операһында бейеү ҡуйған. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә «Ирәндек», «Азамат», «Ҡумыҙ менән бейеү», «Сәскә атыусы ҡурай», «Француз яулығы», «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүҙәрен һалған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть