8 декабрь, Кесе йома

24 декабрь 2015 йыл, 14:44

Яңы йыл алдынан пенсионерҙар түләүҙәрҙе махсус тәртип буйынса аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Рәсәйҙең Пенсия фонды һәм Рәсәй почтаһы Яңы йыл алдынан пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе махсус тәртип буйынса таратыу хаҡында килеште.

Айҙың 1-нән 3-нә тиклем пенсия һәм социаль түләүҙәр алыусылар уны 2015 йылдың 29 декабрендә үк аласаҡ. 4 ғинуарҙан түләүҙәр почта элемтәһе бүлексәләренең эш графигына ярашлы таратыла.

Ғинуарҙа кредит учреждениеларында (банктарҙа) үҙ иҫәбенә пенсия һәм социаль түләүҙәр алыусы пенсионерҙарға аҡса ғәҙәти график буйынса бирелә.

темалар: пенсиялар