9 декабрь, Йома

24 декабрь 2015 йыл, 14:04

Һуңғы йылдарҙа республика балалар йорттарында балалар һаны ике тапҡырға кәмене – Рөстәм Хәмитов

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.  Һуңғы йылдарҙа республика балалар йорттарында тәрбиәләнеүсе етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һаны ике тапҡырға кәмене. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт советы ултырышы йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашыуҙа белдерҙе.

– Беҙҙә меңгә яҡын бала балалар йорттарында тәрбиәләнә. Әлбиттә, улар патронат ғаиләләрҙә йәшәргә, йә иһә уллыҡҡа алынырға тейеш. Балалар йорттары булырға тейеш түгел, әммә улар бар. Яҡын арала беҙ бынан ҡотола алмаясаҡбыҙ әле. Шуға ҡарамаҫтан, ошо йүнәлештә эштәр бара. Әгәр өс-дүрт йыл элек балалар йорттарында ике меңдән ашыу бала булһа, бөгөн иһә мең самаһы. Беҙ муниципалитеттар, ҡала округтары менән берлектә тәрбиәгә бала алыусы ата-әсәләр эҙләйбеҙ. Был йәһәттән хәлдәр яҡшырыр, тип уйлайым. Тағы 20-гә яҡын балалар йорттары бар. Был беҙҙең өсөн яҡшы статистика. Ләкин, икенсе яҡтан, баланы теләһә ниндәй ата-әсәгә тапшырырға хаҡыбыҙ юҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.