Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Бөгөн — Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө билдәләнә. Тап ошо көндә 1993 йылда Башҡортостандың Төп Законы ҡабул ителә. Тәүге тапҡыр ул республиканың үҙенең эсендә әҙерләнә. Бынан алдағы Конституциялар союз һәм Рәсәй Конституцияларының һүҙмә-һүҙ ҡыҫҡартылған варианттары була.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы төбәк биләмәһендә демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың нигеҙҙәрен нығыта. Республикала демократик власть институттары һәм граждандар йәмғиәте: парламент — Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, президентлыҡ институтын ойоштороу радикаль яңылыҡ була. Конституцияны ҡабул итеү менән йәмғиәтебеҙ тормошона тәүге тапҡыр күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек төшөнсәләр үтеп инә. Республикала мировой судьялар институты ойошторолоп, уңышлы эшләп килә.

22 йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тексы билдәле бер үҙгәрештәр кисерҙе. Мөһим үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр 2006 йылдың июнендә индерелде. Улар илдә власть вертикален нығытыу буйынса башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, Рәсәй субъекттарының юғары вазифалы кешеләренә вәкәләттәр йөкмәтеү тәртибен үҙгәртеү, муниципаль реформа үткәреү менән бәйле булды. Ләкин 1993 йылғы Конституцияның фундаменталь положениелары һаҡланды һәм заманса яңғыраш алды. Конституцияның яңы редакцияһы төп идеяларҙың күсәгилешлеген, республика хоҡуҡ системаһын төҙөүҙең төп принциптарын һаҡлауҙы, Рәсәйҙә дәүләт бөтөнлөгөн һәм дәүләт власы берҙәмлеген тәьмин итеүҙе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы вәкәләттәренең юридик нигеҙләнгән нисбәтен, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын күҙәтеүҙе нығытты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть