8 декабрь, Кесе йома

24 декабрь 2015 йыл, 11:21

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты

фото: Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 23 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт советының дөйөм белем биреү системаһын камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты.

Ултырышты асып, Рәсәй Президенты Владимир Путин һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.

Сифатлы белем биреүҙең нигеҙен уҡытыусының эше тәшкил иткәнгә күрә Рәсәй Президенты педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ үҫеш системаһын булдырырға ҡушты. Заманса әҙерлек программаларын индереү һәм педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыусы хеҙмәтен матди һәм әхлаҡи яҡтан дәртләндереүҙең һөҙөмтәле механизмын әҙерләү, өҙлөкһөҙ профессиональ үҫешкә стимул булдырыу, уҡытыусының квалификацияһын һәм эш һөҙөмтәләрен баһалау системаһын камиллаштырыу —  эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре, тип билдәләне ул.  

Владимир Путин үҙ сығышында уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә, һөнәри йүнәлеш биреү эшен һәм өҫтәмә белем алыу системаһын үҫтереү мәсьәләләренә лә ҡағылды.

Дәүләт советы ултырышы йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашҡанда Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда уҡытыу системаһының «яҡшы һәм ышаныслы» эшләүен билдәләне. Шуның менән бергә заманса уҡытыу алымдарын һәм технологияларын, шул иҫәптән электрон белем биреүҙе әүҙемерәк индерергә кәрәк.  

– Бөгөн белем биреү процесы бөтөнләй башҡаса, 10-12 йыл элекке менән сағыштырғанда балалар ҙа икенсе. Уҡытыусылар иһә үҙгәрмәгән, шул уҡ алымдарҙы файҙаланалар. Заман талабы һәм мәктәптәрҙең мөмкинлектәре араһында айырма барлыҡҡа килде. Биш йыл элек үк мин электрон уҡытыу индереүҙе талап иткәйнем. Бөгөн республика ошо йәһәттән яҡшы һөҙөмтәләргә иреште, – тине Башҡортостан Башлығы. – Институттар, университеттар, шул иҫәптән Мәғарифты үҫтереү институты белгестәрҙе ҡайтанан әҙерләү менән шөғөлләнергә тейеш. Әлбиттә, бөгөн электрон уҡытыу ғына кәрәкмәй. Балаларҙа буласаҡ һөнәр, яңы технологияларҙы үҙләштереү йәһәтенән донъяға башҡаса ҡараш тәрбиәләү мөһим.