9 декабрь, Йома

24 декабрь 2015 йыл, 9:59

Яңы йыл алдынан Өфөлә Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 23 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Мәҙәниәт, төҙөлөш, ауыл һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, физкультура, һаулыҡ һаҡлау, фән өлкәләрендә, министрлыҡ һәм ведомстволарҙа эшләгән 46 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

«Залда үҙ эшенең оҫталары, иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф, спорт, социаль яҡлау өлкәһенең иң яҡшы вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр йыйылған. Һеҙ үҫеп килеүсе быуын, йәштәр өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Һеҙ Башҡортостанда һөнәрегеҙ буйынса иң яҡшылары», — тип билдәләне Сергей Молчанов.

«Беҙ дәүләт комитетында инфраструктура, мәғлүмәттәрҙе тапшырыу, элемтә, власть органдарын мәғлүмәтләштереү, дәүләт структуралары эшен оптималләштереү һәм республикала электрон белем биреү системаһын үҫтереү өсөн мәғлүмәт системаларын булдырыу кеүек мәсьәләләр менән шөғөлләнәбеҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатына лайыҡ булған, төбәктең Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин. — Был награда — ҙур коллективтың эшенә баһа».