3 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2015 йыл, 17:29

«Салауат Юлаев» хоккей клубы етем һәм күреү һәләте боҙолған балаларға ярҙам йөҙөнән сара ойоштора

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 26 декабрҙә «Салауат Юлаев» хоккей клубы сирле һәм мохтаж балаларға ярҙам йөҙөнән хәйриә сараһы ойоштора. «Салауат Юлаев» — СКА уйыны барышында Яңы йыл алды шоуы буласаҡ.

Уйын тамамланғас, тамашасылар трибунанан боҙға йомшаҡ уйынсыҡтар — айыуҙар ташлай. Был флешмоб күп кенә хоккей клубтары өсөн йолаға әйләнгән. Йомшаҡ уйынсыҡтарҙы (300 һумдан алып) «Өфө-Арена»ла һатып алырға мөмкин. Уларҙың барыһы ла Башҡортостандың Балалар фондына, Өфөләге Сабыйҙар йортона, балалар йорттарына тапшырыласаҡ.

Уйынсыҡтарҙы һатыуҙан килгән аҡса 15-се күреү һәләте боҙолған балалар өсөн балалар баҡсаһына ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

Уйын киске 5-се яртыла башлана.