3 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2015 йыл, 17:07

Баш ҡалала Coca-Cola Раштыуа каруанының маршруты билдәле булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә Coca-Cola Раштыуа каруанының маршруты билдәле булды. Проекттың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, республиканың баш ҡалаһына ул 25 декабрҙә килә.

Өфөләге 1-се балалар йорто билдәле йөк машиналары маршрутының тәүге пункты буласаҡ. Көндөҙгө сәғәт 3-тә каруан ҡаланың төп урамдары буйлап үтәсәк. Машина эшләүселәр мәҙәниәт һарайы, Ленин исемендәге майҙан, Ҡашҡаҙан һәм Дим парктары, «Ирәмәл» сауҙа-күңел асыу комплексында биш туҡталыш ҡаралған. 26 декабрҙә каруан Стәрлетамаҡҡа юллана.

«Раштыуа каруаны» — Coca-Cola компанияһының билдәле социаль проекты. Йыл һайын уның хеҙмәткәрҙәре бүләктәр һатып ала, Санта-Клаус һәм башҡа Яңы йыл персонаждары булып кейенеп ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға бүләктәр тарата, етем балалар өсөн социаль яраҡлашыу һәм һөнәри йүнәлеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Социаль учреждениеларҙан тыш, каруан урындағы халыҡ сағыу лампочкалар менән биҙәлгән легендар Coca-Cola йөк машиналарын үҙ күҙҙәре менән күрһен өсөн башҡа ҡалаларҙа ла туҡтай.

темалар: раштыуа, каруан