7 декабрь, Шаршамбы

23 декабрь 2015 йыл, 15:00

Төбәктә Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыштағы бәләкәй предприятиелар дәүләт займын ала аласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 25 декабрҙә Башҡортостанда Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам күрһәтеү фонды займ биреүгә ғаризалар ҡабул итә башлай. Тәүгеләрҙән булып дәүләт ярҙамын республиканың Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш төбәктәре предприятиелары алыуы ихтимал. Улар — Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Бөрйән, Дыуан, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Учалы, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, конкурс шарттары буйынса, 100 меңдән алып 0,5 миллион һумға тиклем күләмендәге льготалы кредиттар иҡтисади яҡтан тотороҡло предприятиеларға бирелә.

Фонд 2015 йылдың яҙында ойошторолған һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә булдырылған.