Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.55 ↑

EUR 63.61 ↓

24 май, Шаршамбы

Уфа   °

Яңы йылда балалар баҡсалары өсөн түләүҙәр әллә ни үҙгәрмәй — Мәғариф министрлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

2016 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда балалар баҡсалары өсөн түләүҙәр үҙгәрә, әммә әллә ни артмай, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығында. Яңы йылда республикалағы мәктәпкәсә учреждениеларҙа балаларҙы ҡараған өсөн түләү уртаса 1440 һум тәшкил итәсәк.

«Ошо сумманан (1440 һум) түләүҙе кәметеүгә компенсация түләүҙәре күләме иҫәпләп сығарыла. Ата-әсәләр балалар баҡсалары өсөн түләүгә компенсацияға хоҡуҡлы. Бер балаға — түләнгән сумманан 20 процент (288 һум), ике — 50 процент (720 һум), өс һәм унан күберәк — 70 процент (1008 һум)», — тип аңлатма бирҙеләр төбәктең мәғариф ведомствоһында.  

Быға тиклем закон балалар баҡсалары өсөн түләү күләмен йылына бер нисә тапҡыр арттырырға мөмкинлек бирҙе. Хәҙер быны йыл башында ғына эшләргә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть