10 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2015 йыл, 13:08

Тегеранда республиканың Үҫеш корпорацияһы Ағиҙел индустриаль паркы менән таныштырҙы

фото: Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы сайты

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Тегеранда Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы Ағиҙел ҡалаһының индустриаль паркы менән таныштырҙы. 21 декабрҙә Рәсәйҙең «Сауҙа-сәнәғәт диалогы: Рәсәй — Иран» исемле тәүге милли сәнәғәт күргәҙмәһе асылды. Ул 23 декабргә тиклем эшләй. Рәсәй делегацияһы составында — компания, төбәк етәкселәре, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре. Өс көнлөк программала эшлекле осрашыуҙар, ултырыштар һәм һөйләшеүҙәр ҡаралған.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында хәбәр итеүҙәренсә, бындай сара тәүгә ойошторола. Проектҡа илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров етәкселек итә.

Күргәҙмә дүрт мең квадрат метр майҙанды биләй. Рәсәйҙең 35 компанияһы үҙҙәренең эштәрен һәм экспонаттарын тәҡдим итә. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы экспозицияһы сиктәрендә республиканың Үҫеш корпорацияһы «Башҡортостандың төҙөлөш материалдары» индустриаль паркы менән таныштырҙы.

Индустриаль парк Ағиҙел ҡалаһында, Өфөнән 175 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 223,88 гектар тәшкил итә. Уның составына дөйөм майҙаны 113 051,6 квадрат метр булған 72 бина һәм 76 ҡоролма инә.