8 декабрь, Кесе йома

23 декабрь 2015 йыл, 12:40

Башҡортостан «Полиэф» заводының республикаға ҡараған акциялар пакетын һатты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан «Полиэф» заводының республикаға ҡараған акциялар пакетын һатты. 22 декабрҙә Благовещен предприятиеһы устав капиталының 17,5 процент акцияларын һатыу буйынса аукцион уҙғарылды. 582 637 094 дана ябай акциялар 476,3 миллион һумға һатыулашты.

Уны заводтың төп хужаһы — илдәге ҙур «Сибур» нефть химияһы концерны һатып алды, тип хәбәр итә, республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы сығанағына һылтанып, «Коммерсант» гәзите. Шулай итеп, корпорация Башҡортостан предприятиеһының 100 процент акцияларын тупланы. Дәғүәселәр һаны һәм пакеттың хаҡы тураһында мәғлүмәттәр әлегә юҡ.

«Полиэф»та терефталь кислотаһы етештерелә. Ул фото- һәм видеопленка, аҙыҡ-түлек контейнерҙары эшләүҙә, шулай уҡ туҡыу сәнәғәтендә ҡулланыла.

темалар: аукциондар