Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә йомғаҡлау иншаһының һөҙөмтәләре билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда йомғаҡлау иншаһының һөҙөмтәләре билдәле булды. Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 19 181 уҡыусының 283-ө (1,47 процент) эште башҡара алмаған.

Ижади эштәрҙең темалары һәр сәғәт бүлкәте өсөн айырым. Улар имтихан башланыуға 15 минут ҡалғас билдәле булды. Республика уҡыусыларына түбәндәге темалар тәҡдим ителде: Һәр дәүерҙә кешене ниндәй һорауҙар борсой? «Йорт» һәм «Ватан» төшөнсәләре бер-береһе менән нисек бәйләнгән? Нимә ул «тормошҡа һөйөү»? Бөйөк маҡсатҡа ирешеү өсөн бөтә алымдар ҙа яҡшымы? Ни өсөн ҡайһы бер китаптарҙы кешеләр ҡабаттан уҡый?

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, 2015 йылда сығарылыш уҡыусыларының яртыһынан ашыуы «Һөйөү» темаһын һайлаған. 16 проценты «Юл» йүнәлеше темаларына өҫтөнлөк биргән. 15,5 проценты йорт тураһында яҙған. 12,5 проценты «Әҙәбиәт йылын» һайлаған.

Йомғаҡлау иншаһы һөҙөмтәләре Берҙәм дәүләт имтиханына инеү хоҡуғын бирә. «Икеле» билдәһен алғандар иншаны ҡабаттан яҙа ала. Резерв көндәр — 3 февраль һәм 4 май. Әгәр ҙә уҡыусы өс тапҡыр эште башҡара алмай икән, ул Берҙәм дәүләт имтиханына индерелмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть