10 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2015 йыл, 10:21

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы йылға йомғаҡ яһаны һәм лауреаттарҙы бүләкләне

фото: Александр Данилов

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 22 декабрҙә Өфөләге «Театро» клубында «Башҡортостан ҡыҙы» журналы йылға йомғаҡ яһаны. Сарала йыл дауамында редакция ойошторған төрлө конкурстарҙа еңеүселәр билдәләнде һәм йыл лауреаттары бүләкләнде. Залда баҫманың дуҫтары, республиканың күренекле ҡатын-ҡыҙҙары, йыйылды, улар араһында — Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто етәксеһе Венера Хәкимова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгесе Нилә Ғәйнетдинова, шағирә Гүзәл Ситдиҡова, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Солтанова һәм уның урынбаҫары Гөлнур Ҡолһарина, профессор, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Руфина Шаһапова. Кисәне журналдың баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева алып барҙы.

2015 йылда журнал лауреаттары исеменә «Ҡәҙер кисе» хикәйәһе өсөн Мәҙинә Йәғәфәрова, «Ер шары буйлап» мәҡәләләр циклы өсөн Рим Хажин, «Көнсығыштың бөйөк ҡатындары» рубрикаһындағы мәҡәләләре өсөн баҫманың журналисы Гөлнара Хәлфетдинова, йыл дауамында журналдың эшмәкәрлеген яҡтыртҡаны һәм «Ҡояшлы һәм ҡунаҡсыл Баҡыға сәйәхәт» исемле мәҡәләһе өсөн «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева, «Камиллыҡҡа ынтылыш» рубрикаһын алып барғаны өсөн дизайнер Сайма Хәсәнова лайыҡ булды.

Сара барышында 50-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ — Башҡортостандың төрлө райондары һәм Рәсәй төбәктәре вәкилдәре бүләкләнде. Ҡул эше оҫталары, Әҙәбиәт йылына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған конкурстарҙа, «Әсә йөрәге» шиғырҙар бәйгеһендә еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылыуҙа — Ишембай, конкурстарҙа ҡатнашыу буйынса Бөрйән һәм Әбйәлил райондары әүҙемлек күрһәтте.

Байрамға килеүселәрҙең һәммәһе лә сәй һәм ҡоймаҡ менән һыйланды. Улар өсөн артистар Сәйҙә Ильясова, Әлфиә Юлсурина, Светлана Сөләймәнова сығыш яһаны. Өфөлә йәшәүсе азербайжан шағиры Балоглан Джалиль һәм башҡа шағирҙар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны. Сара һуңында «Башҡортостан ҡыҙы» журналы тышлығында сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар сәхнәлә дефиле күрһәтте. Йыйылыусылар фекеренсә, кисә ысын мәғәнәһендә гүзәллек, нәфислек һәм оҫталыҡ байрамы булды.