4 декабрь, Йәкшәмбе

22 декабрь 2015 йыл, 17:41

Рөстәм Хәмитов Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышын үткәрҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 22 декабрҙә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышын үткәрҙе.

– Йылдан-йыл эшҡыуарлыҡ берләшмәһе инвестиция әүҙемлеген арттырһын, ресурстарын инновацияларға йүнәлтһен, эске һәм тышҡы баҙар өсөн көрәшһен өсөн бизнесты алып барыу шарттарын булдырыу – инвестиция мөхитен яҡшыртыу өлкәһендәге тәү сираттағы бурыс, – тине төбәк етәксеһе. – Бөгөн, ике-өс йыл элекке менән сағыштырғанда, Башҡортостанда хәлдәр бер аҙ яҡшырҙы. Беҙ ошо йәһәттән тығыҙ эшләйбеҙ, әммә хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ. Мәғлүмәт технологиялары теле менән әйткәндә, эшҡыуарлыҡ өсөн «уңайлы интерфейс» булдырырға кәрәк.

Әлеге ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим, тип билдәләне республика Башлығы.

– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ позицияларын көсәйтеү иҫәбенә генә республика иҡтисади яҡтан үҫешә ала. Мин был хаҡта күп һөйләнем. Ҙур бизнес, ҙур предприятиелар производстволарын яңыртырға ашыҡмай. Ошо йәһәттән беҙҙә бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ. Ҙур компаниялар үҙҙәренең тормошо менән йәшәй. Улар биш-ун, ҡайһылары 20-25 йылға план төҙөгән. Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ иһә бик әүҙем, ул тиҙ арала хәлде үҙгәртә ала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Ултырыш барышында Рәсәй субъекттарында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һәм Конкуренцияны үҫтереү стандартының иң яҡшы тәжрибәләрен индереү буйынса саралар, шулай уҡ белем биреү объекттарын төҙөү проекты тикшерелде.