5 декабрь, Дүшәмбе

22 декабрь 2015 йыл, 16:43

1 декабргә Башҡортостандың тупланма бюджет профициты 6,74 миллиард һум тәшкил иткән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Ағымдағы йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында Башҡортостандың тупланма бюджеты 6,74 миллиард һумлыҡ профицит менән үтәлгән, тип хәбәр итә республиканың Финанс министрлығы. 2015 йылдың 1 декабренә килемдәр 161,76 миллиард һум тәшкил иткән, 2014 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 10,1 процентҡа күберәк. Сығымдар 155,02 миллиард һум күләмендә финансланған.

Һалым һәм һалым булмаған килемдәр 2014 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 12,65 миллиард һумға артҡан һәм 131,29 миллиард тәшкил иткән. Килемдең төп сығанаҡтары: физик берәмектәрҙең (38,76 миллиард һум), ойошмаларҙың килеменә (34,26 миллиард), мөлкәткә һалымдар (15,82 миллиард), акциздар (14,22 миллиард).

Былтырғы менән сағыштырғанда ойошмаларҙың килеменә һалым 15,4 процентҡа, мөлкәткә һалым — 10,9, дөйөм килемгә һалым — 4,0, физик берәмектәрҙең килеменә һалым 3,0 процентҡа артҡан. Акциздарҙың кереме 7,9 процентҡа кәмегән.

Сығымдар структураһында социаль йүнәлеш өҫтөнлөк итә — сығымдарҙың 75,8 проценты, йәғни 117,51 миллиард һум. Капиталь һалыуҙарҙы һәм юл хужалығын финанслауға 21,31 миллиард һум, йәғни сығымдарҙың 13,7 проценты йүнәлтелгән.

2015 йылдың 1 декабренә урындағы бюджеттарҙың килеме 73,33 миллиард һумға үтәлгән, йәки 2014 йылдың ошо уҡ осорона 101,1 процент. Сығымдар 71,72 миллиард һум тәшкил иткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,1 процентҡа күберәк.