11 декабрь, Йәкшәмбе

22 декабрь 2015 йыл, 16:01

Өфөгә республика Башлығы шыршыһына 800-гә яҡын бала килде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 22 декабрҙә Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика Башлығы шыршыһына төбәктең ҡала һәм райондарынан 780 уҡыусы йыйылды. Байрамға уҡыу алдынғылары, мәктәп олимпиадаларында, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары саҡырылған.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған төп Яңы йыл иртәлегендә артистар Ҡыш бабай һәм әкиәт геройҙары менән балалар өсөн шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов уҡыусыларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән ҡотланы. «Әлеге мәлдә һеҙҙең төп бурысығыҙ — белем алыу, уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү. Ошо залда ултырыусыларҙың барыһы ла йыл дауамында тырышҡан һәм эшләгән. Хәҙер иң яҡшыларҙың-яҡшыһы булыуығыҙға ышанам — был һеҙҙең тәүге аҙымығыҙ. Ул киләсәктә һөнәр һайлауға булышлыҡ итәсәк. Республика Башлығы, Башҡортостан Хөкүмәте исеменән етеп килгән 2016 йыл менән ҡотлайым, тылсымға һәм теләктәрҙең тормошҡа ашыуына ышанығыҙ», — тип мөрәжәғәт итте Салауат Сәғитов балаларға.

Шулай уҡ уҡыусылар «Яңы йыл биттәре буйлап, йәки Әкиәт урлаусылар» тигән театрлаштырылған тамаша ҡараны. Һуңынан муниципаль райондарҙан килгән балалар өсөн «Салют» һауыҡтырыу лагеры ашханаһында байрам ашы ойоштороласаҡ, тип һөйләне Мәғариф министрлығының баш белгесе Рәмзиә Биҡҡужина.

Яңы йыл шыршыһы тураһында иҫтәлеккә уҡыусыларға йомшаҡ уйынсыҡтар — йылдың билдәһе булған Маймыл, «Донъя әкиәттәре» китабы һәм татлы тәмлекәстәр тапшырылды.