8 декабрь, Кесе йома

22 декабрь 2015 йыл, 15:14

Рәсәй йөҙөү федерацияһы версияһы буйынса, республика йөҙөүсеһе «Йыл асышы» тип билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй йөҙөү федерацияһы версияһы буйынса, Башҡортостан йөҙөүсеһе, быйыл Баҡы ҡалаһында I Европа уйындарында алты тапҡыр еңеү яулаған Полина Егорова «Йыл асышы» номинацияһында лауреат булды. Уның тренеры Хәниф Шафиҡов йылдың иң яҡшы тренеры тип билдәләнде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Бүләкләү тантанаһы Санкт-Петербургта уҙҙы. Премияларҙы Рәсәй йөҙөү федерацияһының юғары күҙәтеү советы рәйесе, Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин һәм Рәсәй йөҙөү федерацияһы президенты Владимир Сальников тапшырҙы.

темалар: йөҙөү