3 декабрь, Шәмбе

22 декабрь 2015 йыл, 14:39

Өфө нефть университеты терәк университет исеменә дәғүә итә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт нефть техник университеты терәк университет исеменә дәғүә итә. Ул илдең 14 юғары уҡыу йорто менән бергә конкурс буйынса һайлап алыуҙа ҡатнаша. Федераль белем биреү ведомствоһы сайтында хәбәр ителеүенсә, улар араһында, Өфө вузынан тыш, Волгоград һәм Дағстандан икешәр, Воронеж, Вятка, Дон, Кострома, Омск, Ырымбур, Орел, Һамар, Себер һәм Төмән университеттары бар.

28 декабргә тиклем ҡабул ителгән ғаризаларҙың конкурс документацияһы талаптарына ярашлылығы тикшерелә. Уның һөҙөмтәләре асыҡ буласаҡ. Конкурс еңеүселәре 2016 йылдың 1 февраленә тиклем билдәләнә.

2015 йылдың октябрендә Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов белем биреү ойошмаларында терәк университеттар булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Ошондай университеттар асыу тәү сиратта интеллектуаль ҡеүәт туплауға һәм Рәсәй төбәктәрен иҡтисади, социаль яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелгән ғилми-белем биреү комплекстарын барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Конкурс буйынса һайлап алыуға үтеү өсөн һәр ҡатнашыусыға биш йылға иҫәпләнгән Терәк университетты үҫтереү программаһы проектын әҙерләргә кәрәк ине. Проект түбәндәге йүнәлештәр буйынса саралар комплексын күҙ уңында тота: белем биреү, ғилми-тикшеренеү һәм инновация эшмәкәрлеген яңыртыу, кадрҙар потенциалын үҫтереү, университет менән идара итеү системаһын яңыртыу, матди-техник базаны һәм социаль-мәҙәни инфраструктураны модернизациялау.