5 декабрь, Дүшәмбе

22 декабрь 2015 йыл, 13:00

Башҡортостанда урмансылар Яңы йыл өсөн 70 мең шыршы әҙерләгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда урмансылар байрам өсөн 70 мең ағас әҙерләгән. Шуларҙың 44 меңе — ҡарағай, 16 меңе — аҡ шыршы, 10 меңе — шыршы. Ылыҫлы ағастарҙы әҙерләү 26 декабргә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында. Йылайыр, Маҡар, Бәләбәй, Нуриман һәм Стәрлетамаҡ урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре айырыуса әүҙем эшләне. Өфөлә шыршы баҙарҙарында ағастың уртаса хаҡы — 600 һум.

темалар: яңы йыл