8 декабрь, Кесе йома

22 декабрь 2015 йыл, 12:32

Баш ҡалала «Был беҙ» балалар телепроектына йомғаҡ яһаласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тә «Родина» кинотеатрында «Был беҙ» телепроектының йомғаҡлау сараһы була. «Тамыр» телеканалы әҙерләгән балалар телевизион проектында йәш тамашасыларҙы халыҡтарҙың мәҙәниәте, тарихы һәм географияһы тураһында мауыҡтырғыс уйындар, бүләктәр көтә. Балалар телепроекттың һуңғы сығарылышын ҡараясаҡ һәм «Интерселфи» конкурсы еңеүселәре бүләкләнәсәк.

Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева хәбәр итеүенсә, «Был беҙ» тапшырыуында балалар Башҡортостанда дуҫ һәм татыу йәшәгән төрлө милләттәр хаҡында һөйләй. Программа 11 октябрҙән һәр йәкшәмбе кис эфирға сыға. Йәш алып барыусылар Жасмина Хәзиева менән Артем Бикбаев бер халыҡтың мәҙәниәте һәм тарихы буйлап сәйәхәткә юллана. Уларҙың һәр береһенең үҙ маршруты, йәш хәбәрселәр тапшырыу аҙағында ғына осраша.

«Бала саҡтан халҡын яратҡан кеше башҡа милләттәрҙең дә мәҙәниәтен хөрмәт итә. Үҙ халҡыңа булған һөйөүҙе, башҡаларға ҡарата хөрмәт тойғоһон йәштән үк тәрбиәләү мөһим, — тип ышана проект авторҙары. — Кешегә, ҡайҙа йәшәүенә һәм эшләүенә, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, бөтә ерҙә лә яҡшы булырға тейеш. Һәр халыҡ хөрмәткә лайыҡ».

Проект телеканалға «2014-2020 йылдарға Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше» дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса бүленгән аҡсаға тормошҡа ашырылған.