11 декабрь, Йәкшәмбе

22 декабрь 2015 йыл, 11:26

Өфөлә йыл журналисының һәм тармаҡ лауреаттарының исемдәре билдәле булды

фото: Ксения Калинина

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 декабрҙә Өфөлә уҙған Матбуғат балына медиа-тармаҡ, ведомстволарҙың һәм предприятиеларҙың матбуғат хеҙмәте етәкселәре, журналистар һәм почетлы ҡунаҡтар йыйылды. Йола буйынса, байрамда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.

«Йыл журналисы» номинацияһында еңеүсе онлайн-тауыш биреү аша билдәләнде. Наградаға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Альбина Хәйруллина лайыҡ булды.

Республика министрлыҡтары һәм ведомстволары ла тормоштоң төрлө өлкәләрен сағылдырған номинацияларҙа кандидаттарын күрһәтте. 2015 йылда ошо йүнәлештә әүҙем эшләгән журналистар йондоҙҙар һәм дипломдар алды.

«Арис-ТВ» телерадиокомпанияһы «Иҡтисад һәм финанстар» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды, «Сәйәсәт һәм йәмғиәт» — Башҡортостан юлдаш телеканалынан Руслан Кәримов, «Мәҙәниәт һәм сәнғәт» —«Вечерняя Уфа» гәзитенән Илүзә Капкаева, «Социаль өлкә һәм мәғариф» — «Аргументы и факты» гәзитенән Гүзәл Ибраһимова, «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше» — «Вся Уфа» телеканалынан Лилиә Шафиҡова, «Сәләмәтлек һәм экология» — «Комсомольская правда» гәзитенән Эльвира Ибраһимова һәм «Киске Өфө» гәзитенән Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, «Сәнәғәт һәм инвестициялар» — «Бизнес ФМ» радиоһынан Наталья Потапова, «Тыуған төйәк» — «Урал» гәзитенән Эльза Мөхәмәҙиева. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы, ШОС һәм БРИКС офис-төркөмөнөң матбуғат хеҙмәттәре иң яҡшыһы тип билдәләнде. Лауреаттарҙы министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре бүләкләне.

Шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Журналист Эльмира Сабирова социаль һәм мәғариф өлкәһен иң яҡшы яҡтыртҡаны һәм иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе Ксения Калинина Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы эшмәкәрлеген яҡтыртҡан иң яҡшы материалдары өсөн бүләкләнде.

Сараны Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Журналистар союзы ойошторҙо.