5 декабрь, Дүшәмбе

22 декабрь 2015 йыл, 10:15

Михаил Бабич Башҡортостан вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостан вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренән 22 кеше ордендар, миҙалдар һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө тармаҡ вәкилдәре: энергетиктар, нефтселәр, табиптар, машина эшләүселәр, химиктар, иҡтисадсылар, ауыл хужалығы, транспорт, аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәрҙәре, дәүләт власы органдары етәкселәре бар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Быйыл Волга буйы федераль округы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште, тип билдәләне Михаил Бабич. Атап әйткәндә, июль айында Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре берләшмәһе саммиттары юғары кимәлдә уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов саммиттарҙы юғары кимәлдә үткәргәндәре өсөн Дуҫлыҡ ордендары менән бүләкләнде. Шулай уҡ «Востокнефтезаводмонтаж акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Хәлит Бикмөхәмәтов хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды. Кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа күрһәткән ҡыйыулығы өсөн бүләкләнеүселәрҙе Михаил Бабич айырыуса билдәләп үтте. Мәҫәлән, тулы хоҡуҡлы вәкил Башҡортостандан Арсен Байғусҡаровҡа «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын тапшырҙы. 2014 йылдың  йәйендә егет йылғала батып барыусы алтынсы класс ҡыҙҙарын ҡотҡарған.

Тантана һуңында Михаил Бабич барыһын да етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы, бүләкләнеүселәргә һәм уларҙың ғаиләләренә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерҙе.

«Ошо наградаларҙа һеҙҙең ғаилә ағзаларының да өлөшө ҙур. Улар һәр ваҡыт янығыҙҙа һәм һеҙгә ярҙам итәләр, шуға күрә уларға ҡотлауҙарымды еткерегеҙ», — тип билдәләне Президенттың Тулы хоҡуҡлы вәкиле.