11 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2015 йыл, 17:50

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары төбәктә ҡыш урынына көҙгө һауа торошон вәғәҙәләй. Һауа температураһы норманан 7-10 градусҡа юғары буласаҡ. Епшек ҡар яуыуы көтөлә, аҙна башында ҡарт ҡатыш ямғыр яуасаҡ, урыны менән — буран, боҙлауыҡ.

21 декабрҙә төнөн 9-14, көнсығышта 16-21 градус һыуыҡ. 22 декабрҙә тәүлек дауамында 0-10 градус һалҡын. Епшек ҡар яуасаҡ. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа — ҡар һырынтылары.

Синоптиктар фаразлауынса, 23 декабрҙә көндөҙ 1 градус йылынан 4 градусҡаса һалҡын, төндә 1-6 градус һыуыҡ. Епшек ҡар яуыуы дауам итәсәк, еңелсә буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Алдағы ял көндәрендә температура түбәнәйәсәк.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә йылы һауа торошо өҫтөнлөк итә. Мәскәүҙә 1936 һәм 1982 йылдарҙағы температура рекорды теркәлгән, тип хәбәр итә Рәсәй гидрометеорология  үҙәге.