Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың Журналистар союзы рәйесе итеп йәнә Артур Дәүләтбәков һайланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

21 декабрҙә Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Журналистар союзының XX съезы уҙҙы. Съезд эшендә Башҡортостан Журналистар союзының тәүге 83 ойошмаһынан 89 делегат һәм 85 кеше ҡунаҡтар сифатында ҡатнашты. Ойошма рәйесе Артур Дәүләтбәков Башҡортостан Журналистар союзы идараһының 2013 йылдың 22 февраленән 2015 йылдың 21 декабренә тиклемге эше тураһында отчет менән сығыш яһаны.

Артур Дәүләтбәков тәүге ойошмаларҙың эшмәкәрлеге, ағзалыҡ взносын йыйыу, ветерандар менән эшләү, йәш журналистарҙы өйрәтеү, Башҡортостан Журналистар союзының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә ойошторған әһәмиәтле саралар хаҡында һөйләне.

«Профессионализм һәр һөнәрҙең нигеҙе булып тора, журналистикала иһә бигерәк тә. Профессионализм мәҡәләләрҙәге хаталарҙың булмауына, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү оҫталығына бәйле түгел. Ул ниндәй тема һайларға һәм уны уҡыусыға нисек еткерергә кәрәклеген аңлауҙан башлана, тимәк, һөнәри оҫталыҡҡа даими өйрәнеү зарур», — тине Артур Дәүләтбәков.  

Фекер алышыуҙарҙа Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары журналистарға хеҙмәт хаҡын арттырыу, уларҙы әҙерләү программаһын төҙөү, журналистика ветерандарына әхлаҡи һәм матди ярҙам күрһәтеү, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар асыу, «Матбуғат балы»н уҙғарыу алымдарын үҙгәртеү кеүек тәҡдимдәр индерҙе.

Съезда төбәктең Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов сығыш яһаны. Агентлыҡ етәксеһе Журналистарға ярҙам фонды һәм республика вуздарының береһендә Журналистика институтын булдырырға тәҡдим итте.

Сарала Башҡортостан Журналистар союзының етәксе органдары — Идара һәм Идараның башҡарма комитетын һайлау булды. Республиканың Журналистар союзы рәйесе итеп йәнә Артур Дәүләтбәков һайланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть