5 декабрь, Дүшәмбе

21 декабрь 2015 йыл, 15:40

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылының иң яҡшы эмблемаһына конкурс иғлан ителде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы республикала Рәсәй киноһы йылы эмблемаһының иң яҡшы проектын эшләүгә конкурс иғлан итте. 2016 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Кино йылы билдәһе менән үтәсәк.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бәйгелә республика граждандары һәм ойошмалары ҡатнаша ала. Һәр ҡатнашыусынан бер генә эш ҡабул ителә. Жюри материалдарҙы түбәндәге категориялар буйынса баһалай: юғары кимәлдәге художество мәҙәниәте һәм дизайнер сәнғәте, эмблеманың сағыулығы, үҙенсәлеклеге һәм заман талаптарына яуап биреүе.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм эштәр 2016 йылдың 15 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, 20-се бүлмә. Белешмә өсөн телефон: (347) 280-87-70. Электрон почта: gafarova.r@bashkortostan.ru. Конкурс тураһында положение һәм ғариза өлгөһө республика Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.