4 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2015 йыл, 15:06

Өфөлә «Рәсәй журналистары. XX-XXI» тигән энциклопедия донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева, Мәүлиҙә Яҡупова/. Өфөлә «Рәсәй журналистары. XX-XXI» тип аталған энциклопедия донъя күрҙе. Китапты Рәсәйҙең Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлығы ярҙамында «Журналист» нәшриәт йорто баҫтырып сығарған.

Баҫмала XX быуат башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем 10 меңдән ашыу билдәле журналистың биографик мәғлүмәттәре тупланған. Башҡортостандың иң яҡшы журналистарының исемдәре лә ил журналистикаһы тарихына яҙылған. Улар — киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, нәшерселәр, танылған журналистар, журналистика факультеттары уҡытыусылары. Нәшерселәр фекеренсә, китап файҙалы белешмә генә түгел, байтаҡ журналистар өсөн иҫтәлекле ғаилә ҡомартҡыһы буласаҡ.

«Донъя күргән китаптың әһәмиәте бик ҙур. Мөхәррирҙәр, нәшерселәр, күҙәтеүселәр, махсус хәбәрселәр, репортерҙарҙың ҡыҫҡа биографияларында XX-XXI быуаттарҙағы ил журналистикаһының тарихы сағыла», — тип иҫәпләй китаптың төҙөүсеһе Геннадий Мальцев.

«Рәсәй журналистары. XX-XXI» энциклопедияһына Галина Завьялова, Любовь Иванова, Йомабикә Ильясова, Ярослава Голобородько, Артур Дәүләтбәков, Фәнил Ҡоҙаҡаев, Лира Батыргәрәева, Вячеслав Абраменко, Динә Арыҫланова, Фәрит Әхмәҙиев, Раиф Баҙыҡов, Виктор Дятлов, Фәнисә Таһирова, Алик Шакиров, Азамат Юлдашбаев, Илһам Йәндәүләтов, Сәлмән Ярмуллиндың исемдәре ингән. Коллегаларыбыҙ Рәсәйҙең билдәле журналистары Анатолий Аграновский, Генрих һәм Артем Боровик, Юрий Богомолов һәм башҡалар менән бер рәттән лайыҡлы урын алған.

темалар: нәшриәт эше