9 декабрь, Йома

21 декабрь 2015 йыл, 14:15

Төбәктә традицион аш-һыуҙан торған Яңы йыл табыны 1,7 мең һумға төшәсәк — «РИА Новости»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. «РИА Новости» агентлығы хәбәрселәре Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эконом класлы Яңы йыл өҫтәле күпмегә төшәсәген иҫәпләп сығарған. Баҡтиһәң, байрам өҫтәле өсөн арзан аҙыҡ-түлек — үҙәк төбәктәрҙә һәм Һамарҙа, иң ҡиммәте — Алыҫ Көнсығышта.  

Байрам өҫтәленең хаҡын иҫәпләп сығарыу өсөн традицион «Яңы йыл йыйылмаһына» картуф, сусҡа ите, тауыҡ ите, мандариндар, шампан шарабы һәм араҡы, шулай уҡ «Оливье» һәм «Тун аҫтындағы сельдь» салаттары өсөн продукттар ингән. «Бюджетлы» Яңы йыл өҫтәле яҡынса 1,7 мең һумға барып баҫасаҡ.

Өйҙәгеләрҙе милли аш-һыу менән һыйлау өсөн төбәк халҡына өс меңдән ашыуыраҡ аҡса кәрәк буласаҡ. 3-4 килограмлыҡ алма һәм ҡара емеш тултырылған ҡаҙ яҡынса 1,5 мең һумға төшәсәк. Йылҡы итенән әҙерләнгән ҡаҙының килограмы өсөн сортына ҡарап 450-1300 һум сығарып һалырға тура килер. Ҡуллама — 500 һум. Уны бешереү өсөн һарыҡ ите (килограмы — 380 һум), кишер, һуған һәм туҡмас кәрәк. Сәк-сәк — 200, ҡымыҙ 120 һум тора, ә бына шампан шарабында Башҡортостан халҡы башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә экономиялай аласаҡ, тип яҙа баҫма.