8 декабрь, Кесе йома

21 декабрь 2015 йыл, 12:51

Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһының резолюцияһы ҡабул ителде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Ойоштороу конференцияһында Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы резолюция ҡабул итте.

«Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы илдең йәмәғәт тормошонда, милләт-ара тыныслыҡты нығытыуҙа, халыҡ традицияларын тергеҙеүҙә, туған телде, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашырға, илдәге барлыҡ башҡорт йәмәғәт ойошмалары өсөн туплаусы көс булырға тейеш», — тип хәбәр ителә документта.

Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итергә, 2025 йылға тиклемге дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә, федераль, төбәк, муниципаль власть органдары менән хеҙмәттәшлек итергә тейеш, тип яҙылған резолюцияла.

18 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдо. Уның рәйесе итеп Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова һайланды.