4 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2015 йыл, 12:17

Башҡортостанда Стәрлетамаҡҡа 250 йыл тулыу уңайынан почта карточкаһы сығарылды

фото: Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Стәрлетамаҡ ҡалаһына 250 йыл тулыу уңайынан «Марка» нәшриәт үҙәге почта карточкаһы һәм махсус штемпель сығарҙы, тип хәбәр итә Федераль почта хеҙмәтенең республика идаралығы. Карточканың уң яғында юбиляр ҡаланың гербы һәм 1914 йылда төҙөлгән земство идаралығы төшөрөлгән.

Карточка биш мең дана тираж менән сығарылған. Ул Өфө һәм Стәрлетамаҡ почтамтында һатыла. Махсус штемпель Стәрлетамаҡ почтамтында буласаҡ. Уның ярҙамында конвертта, карточкала һәм открыткала юбилей датаһын теркәргә мөмкин.

2016 йылда Стәрлетамаҡ 250 йыллығын билдәләй.