8 декабрь, Кесе йома

21 декабрь 2015 йыл, 11:00

Рәсәй банкы әйләнешкә 11 яңы иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы

фото: Рәсәй банкының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2015 йылдың 18 декабрендә Рәсәй банкы ҡиммәтле һәм ҡиммәтле булмаған металдарҙан яһалған 11 яңы тәңкәләрҙе әйләнешкә сығарҙы. Бер һумлыҡ иҫтәлекле көмөш тәңкәнең тиражы биш мең дана тәшкил иткән. Уға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҙур эмблемаһы төшөрөлгән. Быйыл декабрҙә министрлыҡ ойошторолоуға 25 йыл тула.

Рәсәй банкының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, өс һумлыҡ көмөш тәңкә (тиражы — мең дана) «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә арналған. Уның һул яғында Айыу тауы һәм «Артек» панорамаһы, балалар үҙәгенең төҫлө логотибы һүрәтләнгән.

Ҡиммәтле булмаған металдан яһалған биш һумлыҡ тәңкәләр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡырым ярымутрауында алышҡан совет яугирҙәренең ҡаһарманлығына бағышланған. Тиражы — һәр төрө ике миллион дана. Һул яҡтарында ярымутрауҙың һуғыш ваҡиғаларына арналған һәйкәлдәре һәм мемориалдары, шулай уҡ «1944 йылдың 7 майында Сапун тауын штурмлау» тигән диорама төшөрөлгән.

«Хәрби дан ҡалалары» серияһында 10 һумлыҡ дүрт тәңкә сыға. Тиражы — һәр төрө 10 миллион дана. Тәңкәләрҙә Таганрог, Петропавловск-Камчатский, Малоярославец, Можайск кеүек ҡалаларҙың гербтары һүрәтләнгән. Был серияла 37 тәңкә әйләнештә йөрөй. Һуңғыһы быйыл 24 ноябрҙә сығарылды.