8 декабрь, Кесе йома

21 декабрь 2015 йыл, 10:12

Рөстәм Хәмитов именлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, килеп тыуған геосәйәси шарттарҙа көс структураларына һәм власть органдарына бергәләп эшләргә кәрәк.

– Көс структураларының һәм власть органдарының бурысы – тыйылған ойошмаларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу йәһәтенән үҙ-ара килешеп эшләүҙе тәьмин итеү, – тип билдәләне республика Башлығы.

Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының яҡшы эшләүен, шулай уҡ коррупцияға ҡаршы эш итеү һәм фәнни асыштарҙы яҡлау буйынса эшмәкәрлеген билдәләне.

– Ижтимағи-сәйәси хәлдәр йәһәтенән киләһе йыл беҙҙең өсөн ҡатмарлы буласаҡ. Сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһына, муниципалитеттарға һәм ҡала округтарына һайлауҙар уҙғарыла. Һәр һайлау кампанияһы төрлө ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. – Бындай хәлдә тупланып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләргә тейешбеҙ. 2016 йылда һайлау кампанияһын тыныс үткәреү, республикабыҙҙа тотороҡлоҡто һәм тыныслыҡты һаҡлау зарур.

Республика етәксеһе яҡшы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдереп, идаралыҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.