11 декабрь, Йәкшәмбе

18 декабрь 2015 йыл, 17:55

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень менән осрашты. Төбәктең төҙөлөш комплексы эшенең һөҙөмтәләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын реформалау һәм камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

– Беҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә яҡшы эшләйбеҙ. Торлаҡ буйынса һандар һәйбәт. Быйыл 2,6 миллион квадрат метрҙы тапшырабыҙ. Бер нисә йыл ошо кимәлде һаҡлап киләбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Сәнәғәт төҙөлөшө лә шул кимәлдә. Инвестициялар буйынса 105 процент буласаҡ, был уҙған йылға ҡарата 5 процентҡа күберәк.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостанда кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан күсереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу, капиталь ремонт үткәреү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә.

– Торлаҡ төҙөү буйынса һандар шатландыра. Афарин! Былтыр илдә рекорд ҡуйҙыҡ. Быйыл шундай һөҙөмтәгә ирешеп булмаҫ, әммә планды үтәргә кәрәк. Яҡынса 70-75 миллион квадрат метр торлаҡ алырбыҙ, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Михаил Мень. – Иң мөһиме, темп кәмемәй. Ҡала буйлап йөрөп сыҡтым. Төрлө формалар менән ипотека йәлеп ителеүе, төҙөүселәрҙең баҙарға яраҡлашыуы хаҡында һөйләнеләр. Был бик мөһим. Һеҙгә ярҙам итергә әҙербеҙ.

Министр Рөстәм Хәмитовҡа «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә» Бөтә Рәсәй форумын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Бөгөн ике йыл эсендә министрлыҡ тарафынан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһына индерелгән яңылыҡтар хаҡында һүҙ алып барырға кәрәк. Беҙ башҡа бер нимәне лә үҙгәртергә йыйынмайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Мень. – Сараны ойошторғанығыҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерәм.