5 декабрь, Дүшәмбе

18 декабрь 2015 йыл, 17:07

Рәсәйҙә Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдо

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Рәсәйҙә Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдо. Уны булдырыу тураһында ҡарар Мәскәүҙә ойоштороу конференцияһында ҡабул ителде. Унда Башҡортостан Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы, илдәге башҡорт йәмәғәт һәм милли ойошмалары вәкилдәре, фән, мәҙәниәт һәм сәйәсәт вәкилдәре ҡатнашты.

«Бөгөн изге ниәттәр аҙ. Телде һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу хаҡында һөйләү, яҡшы, әлбиттә, әммә был ғына етмәй. Беҙ мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн яңы структураны файҙаланасаҡбыҙ», — тине Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

Федераль милли-мәҙәни автономия — билдәле этносҡа ҡараған һәм тыуған төйәгенән ситтә аҙ булған Рәсәй халыҡтары берекмәһе. Уның маҡсаты — милли мәҙәниәттең үҙенсәлеген һаҡлау, телде, мәғарифты һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереүгә ярҙам итеү.

Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе итеп Лилиә Ғүмәрова һайланды.