3 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2015 йыл, 15:27

Башҡортостанда тәүге экомаркет асылды

фото: Ләйсән Йомағужина

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов, Ләйсән Йомағужина/. Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге һәм әлегә республикала берҙән-бер «Экомаркет» — экологик яҡтан таҙа, фермер продукттары супермаркеты асылды.

Башҡорт дәүләт аграр университеты янында урынлашҡан экомаркетта республиканың төрлө фермер хужалыҡтарынан килтерелгән аҙыҡ-түлек ҡуйылған. Улар милли ризыҡтар, һөт продукцияһы, йәшелсәләр, ярымфабрикаттар, яңы бешкән ашамлыҡтар, ҡымыҙ, бал, сәй, ит изделиелары һәм вегетариандарҙың аҙығы. Күбеһенә «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһе бирелгән. Бында ҡомалаҡтан әсетке яһап икмәк бешерәләр.

Республика Хөкүмәтендә яңы форматтағы магазин асылыуын хупланылар. Уны асыу тантанаһында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рөстәм Камалетдинов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов, Өфө хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ольга Завьялова, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы вәкилдәре, ҡала рестораторҙары ҡатнашты. Юрий Лысов фекеренсә, экомаркет республикала берәү генә булырға тейеш түгел — яңы форматтағы магазиндар селтәрен киңәйтеү планлаштырыла.