8 декабрь, Кесе йома

18 декабрь 2015 йыл, 14:42

Өфө — халыҡтың йәшәйеш именлеген тәьмин итеү өлкәһендә Волга буйы федераль округында иң яҡшы ҡала

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өс йыл рәттән Өфө Рәсәй субъекттарының административ үҙәктәре араһында халыҡтың йәшәйеш именлеген тәьмин итеү өлкәһендә Волга буйы федераль округында иң яҡшы ҡала исеменә лайыҡ була. «Йәшәйеш именлеген тәьмин итеү өлкәһендә иң яҡшы урындағы үҙидара органы» исемле смотр-конкурс йомғаҡтары буйынса дипломдар Киров ҡалаһында тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Йыл һайын был бәйгене Рәсәйҙең Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм бәлә-ҡаза эҙемтәһен бөтөрөү буйынса министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге ойоштора.

Башҡортостандың икенсе ҡалаһы — Нефтекама — ҡала округтары араһында иң яҡшыһы тип табылды.

Республиканың баш ҡалаһында халыҡтың йәшәйеш именлеге мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын балаларҙың хәүефһеҙлеге, граждандарҙы яҡлау һәм оборона айлығы сиктәрендә хеҙмәттәр араһында үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән күнекмәләр һәм уҡыуҙар уҙғарыла, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтеүсе саралар ойошторола.

Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәргә тиҙ арала яуап бирергә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөргә мөмкинлек биргән система булдырылған. Бының өсөн тейешле саралар бар, муниципалитет, төрлө ведомстволар, предприятиелар һәм ойошмалар араһында үҙ-ара һөҙөмтәле эшләү яйға һалынған.