3 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2015 йыл, 13:20

«Заман» этно-проекты «Suns Europe» халыҡ-ара конкурсында иң яҡшы милли коллективтарҙың береһе тип танылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Заман» этно-проекты «Suns Europe – 2015» халыҡ-ара йыр конкурсының финалында донъяның икенсе иң яҡшы милли коллективы тип билдәләнде. Конкурс Италияның Удинэ ҡалаһында уҙҙы. Мәскәүҙә даими теркәлгән этно-рок төркөм башҡорт телендәге «Ай нуры» йыры менән Рәсәй исеменән сығыш яһаны.

Сығыш яһағандан һуң төркөмдөң солисткаһы Лена Созыкина европалыларға башҡорт мәҙәниәт хаҡында һөйләне, ҡурайсы Ислам Илембәтов ҡурайҙа уйнап күрһәтте. Европа тамашасылары башҡорт оҙон көйөн таң ҡалып тыңланы һәм ҡатнашыусыларҙы көслө алҡыштар менән оҙатты. Тамашасылар тауыш биреүендә «Заман» беренсе урынға лайыҡ булды.

Интернетта бер көнгә онлайн-тауыш биреү ойошторолдо, һөҙөмтәлә «Ай нуры» композицияһы конкурстың башҡа финалсылары араһында өсөнсө урын алды.

Бәйге шарттарына ярашлы, приз жюри ҡарары буйынса беренсе урын яулған еңеүсегә генә бирелергә тейеш ине. Әммә баһалама ағзалары һәм ойоштороу комитеты Башҡортостан коллективын билдәләп үтергә һәм контракт тәҡдим итергә булды. «Заман» этно-проекты Европала тағы ла бер фестивалдә сығыш яһаясаҡ.

Teatro Nuovo Giovanni da Udine комплексы мөһим ваҡиғаны күрергә теләгән мең тамашасыны һыйҙырҙы. Тағы ла күберәк кеше конкурс барышын интернетта күҙәтә алды. Беренсе этапта төрлө илдәрҙән 30-ҙан ашыу коллектив ҡатнашты, туғыҙ музыкаль төркөм генә финалға сыҡты. Халыҡ-ара конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынға Румынияның «Me + Marie» төркөмө лайыҡ булды, икенселә — «Заман» башҡорт коллективы, өсөнсөлә — Италияның «Marit & Nigel» төркөмө. Италияның RIA каналы халыҡтарҙың мәҙәниәте тураһында документаль фильм төшөрҙө, унда башҡорт халҡының мәҙәниәте тураһында һөйләп, «Заман» коллективы ла ҡатнашты.