8 декабрь, Кесе йома

18 декабрь 2015 йыл, 12:05

Баш ҡалала «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә» Бөтә Рәсәй форумы эшен дауам итә

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина /. 18 декабрҙә Өфөләге Конгресс-холда «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә» Бөтә Рәсәй форумы эшен дауам итә. Уның ойоштороусылары булып Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Сарала Рәсәйҙең 74 субъекты вәкилдәре, 500 самаһы делегат, шул иҫәптән Япониянан, ҡатнаша.

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре һәм Дәүләт Думаһы депутаттары журналистар менән осрашты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта йәмәғәт контролен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә тамамланды. Артабан программала «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт хеҙмәте» темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштороу һәм «Невидимки» исемле фотокүргәҙмә менән танышыу ҡаралған.

Сара пленар ултырыш – бизнес вәкилдәренең роуд-шоуы менән дауам итәсәк. Спикерҙар араһында — Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Олег Машковцев, Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Михаил Евраев, Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев, Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Сидякин һәм компанияларҙың генераль директорҙары.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 17 декабрҙә йомғаҡлау форумы асылды. Пленар ултырышта торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың 2020 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы тәҡдим ителде, «Ремондис» компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса биш түңәрәк өҫтәл ойошторолған.

Түләмәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына 200 миллиард һумдан ашыу бурысы йыйылғанлығы, киләһе йылда тарифтарҙың 4 процентҡа артасағы, дөйөм йорт ихтыяжы графаһы иһә коммуналь хеҙмәттәрҙән юҡҡа сығасағы билдәле булды.