Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан һайлау системаһының 20 йыллығына арналған конференцияла сығыш яһаны

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

17 декабрҙә Хөкүмәт йортонда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк һайлау системаһының 20 йыллығына арналған «Хәҙерге Рәсәйҙең һайлау системаһы: үҫеш мөмкинлектәре» тип аталған республика ғилми-ғәмәли конференцияһында сығыш яһаны.

– Һайлауҙар барыһының да иғтибарын йәлеп иткән ҙур ваҡиға ғына түгел. Һайлауҙар йәмғиәттең артабанғы үҫешенең сәйәси йүнәлешен билдәләүсе камертон булып сығыш яһай, – тине республика етәксеһе. – Улар күп осраҡта илдең, төбәктәрҙең, муниципалитеттарҙың, төрлө кимәлдәге власть органдарына үҙҙәренең вәкилдәрен һайлаусы кешеләрҙең өҫтөнлөктәрен сағылдыра. Бурысыбыҙ – граждандарҙың һайлауға хоҡуғын тормошҡа ашырыу ғына түгел. Халыҡты сәйәси һәм иҡтисади процестарға йәлеп итеү мөһим.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа һайлаусыларҙың ғына түгел, сәйәси партияларҙың да әүҙемлеге артҡан.

Башҡортостан етәксеһе, республика һайлау системаһының 20 йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһап, ошо осорҙа төрлө кимәлдәге яҡынса 3 800 һайлау кампанияһы, шулай уҡ 73 референдум уҙғарылыуын билдәләне. Бөгөн территориаль һәм участка һайлау комиссиялары хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған 35 мең ағзаны берләштерә.

2016 йылда ҡатнаш система буйынса етенсе саҡырылыш Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарын, шулай уҡ муниципаль район һәм ҡала округтары советтары депутаттарын һайлау үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть