Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

17 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев менән осрашты. Осрашыу барышында республикала һайлауҙарҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

– Быйыл урындағы советтарға депутаттар һайланыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына, беҙҙең муниципалитеттарҙа, ҡала округтарында һайлауҙар үтәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, ошо йүнәлештәр буйынса ҙур эш башҡарырға кәрәк. Һайлауҙарҙы юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн һайлау процесын ойоштороу менән шөғөлләнгән профессионалдарҙың эш тәжрибәһе етерлек, тип ышанам. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – һайлауҙы ғәҙел үткәреү.

Башҡортостан – илдә өс йыл рәттән ҙур һайлауҙар уҙғарған берҙән-бер төбәк, тип билдәләне Леонид Ивлев.

– Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып яңы территориаль һайлау комиссияларын булдырҙы. Яңы составтар раҫланған да инде, бер аҙна элек рәйестәр һайланды, – тип билдәләне Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары. – Парламент партиялары барлыҡ территориаль һайлау комиссияларында ла күрһәтелгән, парламентҡа ҡарамаған партиялар ҙа әүҙем ҡатнаша. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла һайлауҙарҙы ғәҙел, лайыҡлы үткәреүгә булышлыҡ итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть