Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Әҙәбиәт йылын ябыу тантанаһында яҙыусы Александр Прохановҡа Аксаков премияһы тапшырылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын ябыу тантанаһы уҙҙы. Сарала уның иң сағыу ваҡиғалары — «Әҙәби нағыш» республика марафоны, «Рәсәйҙең әҙәби картаһы», «Библиотөн», «Әҙәби троллейбус», «Дауаханаларға — китап» акциялары,  «Йәштәр тауышы» республика фестивале, «Әйтер һүҙем бар» ижади проекты, әҙәби музейҙар республика форумы билдәләнде. «Яҡтыраҡ биттәр күберәк» девизы аҫтында китапханаларҙа, музейҙарҙа, редакцияларҙа бик күп әҙәби саралар ойошторолдо.

Башҡортостандың яҙыусылар ойошмаһында 260-тан ашыу ағза иҫәпләнә, быйыл 46 кеше ҡабул ителгән. Республикала 61 әҙәби берекмә булдырылған, 23 әҙәби музей эшләй. Башҡортостан «Рәсәйҙең иң күп уҡыусы төбәктәре» исемлегенә инде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов танылған яҙыусы, публицист, «Завтра» гәзитенең баш мөхәррире Александр Прохановҡа Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премия тапшырҙы.

Яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Рауил Шаммасов Премьер-министр ҡулынан Халыҡтар дуҫлығы орденын алды. Яҙыусы Алла Докучаева республиканың почет грамотаһы менән бүләкләнде, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм башҡа әҙиптәр исемдәр алды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Федерация Советының почет грамотаһына лайыҡ булды.

Тантаналы сарала шағирҙар Шәйхзада Бабич, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Рәсимә Ураҡсина һәм башҡа авторҙарҙың шиғырҙары яңғыраны. Шулай уҡ башҡорт артистары һәм төркөмдәре сығыш яһаны. Театр фойеһын Милли әҙәби музей, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте ойошторған күргәҙмәләр биҙәне.

Саранан һуң байрам ҡунаҡтарын Башҡорт дәүләт филармонияһына «Урал батыр төнө» этнофестиваленә саҡырҙылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть