Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктең Энергияны һаҡлау үҙәге Бөтә Рәсәй энергия-сервис компаниялары рейтингының тәүге ун лидеры исемлегенә инде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

РосБизнесКонсалтинг (РБК) 2015 йылда Рәсәйҙең энергия-сервис хеҙмәттәре баҙарын тикшереү сиктәрендә «Бөтә Рәсәй энергия-сервис компаниялары рейтингын» баҫтырып сығарҙы. Унда Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәге 10-сы урынды биләне.

Рейтингта дәүләт һәм муниципаль заказ биреүселәр, эшмәкәрлектең көйләүсе төрҙәрен ғәмәлгә ашырыусы ойошмалар, коммерция ойошмалары, торлаҡ секторы объекттары ҡатнашты.

Рейтинг өсөн мәғлүмәттәр 2014 йылда һәм 2015 йылдың тәүге ярты йыллығында тупланған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы ҡарамағындағы Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәгендә.

Һөҙөмтәләр менән РБК сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть