Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара ярыштарҙы уҙғарыуға дәғүә итә

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Башҡортостандың баш ҡалаһына Конькиҙа фигуралы шыуыу федерацияһы президенты Александр Горшков етәкселегендәге делегация килде.

Делегация составында федерацияның генераль директоры Александр Коган, финанс директоры Ольга Герасимова, ярыштарҙы ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса идаралыҡ етәксеһе Ольга Кожемякина ла бар.

Өфө фигуралы шыуыу буйынса турнир этабын уҙғарыу урыны булараҡ ҡарала. Комиссия ҡаланы ошо ярыштарға ҡарата билдәләнгән талаптарға тап килеү-килмәүен тикшерә. Ҡунаҡтар Зорге урамындағы Спорт һарайын – Ҙур һәм бәләкәй боҙ ареналарын, техник биналарҙы һәм сисенеү бүлмәләрен ҡараны.

«Өфө халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған ҡала. Бында инфраструктура бик яҡшы үҫешкән. Беҙ илдә фигуралы шыуыуҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Әле күпте күреп өлгөрмәнек, әммә барыһы ла һәйбәт булыр, тип ышанабыҙ. Өфөлә фигуралы шыуыуҙы яраталарҙыр, моғайын. Беҙ иһә өфөләр ошо спорт төрөн үҙ күҙҙәре менән күрһен өсөн көслө спортсыларҙы алып киләсәкбеҙ», — тип билдәләне федерация президенты Горшков.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть