5 декабрь, Дүшәмбе

17 декабрь 2015 йыл, 16:00

Башҡортостандың һайлау системаһы илдә үҙен иң яҡшыларҙың береһе итеп күрһәтте — Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан — илдә өс йыл рәттән төрлө кимәлдәге һайлауҙар уҙғарған берҙән-бер төбәк. Республика Үҙәк һайлау комиссияһының 20 йыллығына арналған «Хәҙерге Рәсәйҙең һайлау системаһы: үҫеш мөмкинлектәре» ғилми-ғәмәли конференцияһы барышында Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев ошо хаҡта белдерҙе.

«Былтыр Башҡортостанда республика Башлығы, быйыл муниципаль һайлауҙар ойошторолдо, киләһе йылда Милли парламенттың түбәнге палатаһын һайлауҙар була. Республиканың һайлау системаһы илдә үҙен иң яҡшыларҙың береһе итеп күрһәтте. Мәҫәлән, быйыл 13 сентябрҙә үткән һайлауҙарға килгән халыҡ һаны Рәсәй буйынса 44 процент, республикала 75,1 процент тәшкил итә. Был яҡшы күрһәткес, Үҙәк һайлау комиссияһының лайыҡлы эшләүе, территориаль һәм участка комиссиялары эшенең яҡшы ойошторолоуы хаҡында һөйләй», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Леонид Ивлев.  

Башҡортостандың һайлау комиссияһы илдә тәүгеләрҙән булып яңы территориаль һайлау комиссияларын булдырҙы, тип билдәләне Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле. Улар 2016 йылда — Милли парламент, 2018 йылда — Рәсәй Президенты, 2019 йылда республика Башлығы һайлауҙарын үткәрәсәк.

«Ысынында иһә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына еңел булмаған шарттарҙа эшләргә тура килә. Республикала партия системаһы яҡшы үҫешкән, бында сәйәси партияларҙың 57 төбәк бүлексәһе эшләй», — тине Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары.

Республикала уҙған һайлауҙарҙың йомғаҡтары буйынса Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына ялыуҙар булмаған.

Леонид Ивлев Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы һәм республика территориаль һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.