Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһы уҙғара

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Бөгөн Рәсәй Президенты ҙур матбуғат конференцияһы уҙғара. Владимир Путин 11-се тапҡыр сит ил һәм Рәсәй журналистары менән осраша. Мәскәүҙең Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә 1300-ҙән ашыу журналист дәүләт башлығына һорауҙарын биреп ҡалырға тырыша. Улар араһында Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә бар.

Осрашыу башында Владимир Путин илдең социаль-иҡтисади хәленә баһа бирҙе. Милли валютаның тотороҡланыуын, сәнәғәт етештереүе үҫешен, ауыл хужалығының ыңғай динамикаһын билдәләне. Ауыл халҡына быйыл юғары уңыш алғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Дәүләт башлығы капиталдың ситкә китеүенең кәмеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рәсәй Президентының журналистар менән аралашыуын «Рәсәй-1», «Рәсәй-24» һәм «Беренсе канал» телеканалдары, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр ФМ» һәм «Рәсәй радиоһы» радиостанцияларында тура эфирҙа тыңларға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть