9 декабрь, Йома

17 декабрь 2015 йыл, 14:21

Мәскәүҙә «Башҡортостан тураһында дастан» донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Башҡортостан тураһында дастан» китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡта рус теленә тәржемә ителгән Башҡортостандың хәҙерге шиғриәте тупланған. Китап «Күп телле Рәсәй шиғриәте» серияһында һәм «Рәсәйҙең аҡ торналары» проекты сиктәрендә баҫылып сыҡҡан.

Унда 15 башҡорт авторының, шул иҫәптән Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбай, Факиһа Туғыҙбаеваның, шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Тамара Ғәниева, Азамат Юлдашбаев, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллинаның шиғырҙары ингән. Һәр автор тураһында биографик белешмә бирелгән.

Китап Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың сәләмләүе менән асыла. «Рәсәйҙең аҡ торналары» — күп милләтле Рәсәй халыҡтары араһында туғандарса мөнәсәбәттәр булдырыуҙың ышаныслы нигеҙе. Фестиваль сиктәрендә донъя күргән «Күп телле Рәсәй шиғриәте» китаптар серияһы ла ошо маҡсатҡа булышлыҡ итә. Ул үткәндең данлы традицияларын тергеҙә һәм илебеҙ халыҡтары әҙәбиәтен яңы кимәлгә күтәрә», —  тип билдәләнә министрҙың сәләмләү һүҙендә.

Бынан алда «Күп телле Рәсәй шиғриәте» серияһында авар, балҡар, адыг һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙары баҫылды.